Подведомственные организации

Ҡотлау!

Сентябрь 2, 2019 Просмотров: 10
                                                                                    Ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!
         Ашҡынып, һағынып көткән байрамыбыҙ - яңы уҡыу йылы башланыуы менән һеҙҙе ихлас тәбрикләйем!
         1 сентябрь халык-ара Белем көнө — ысын мәғәнәһендә бөтөн халыҡ байрамы ул. Һәр беребеҙ ҡасандыр тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инде, ә аҙаҡ сығарылыш кисәһендә белем усағы менән хушлашты. Иң элек бөгөнгө уҡыусыларҙы, һәм, әлбиттә, уларға белем биргән уҡытыусыларҙы, балаларының өлгәше өсөн көн дә борсолған ата-әсәләрҙе ошо һоҡланғыс байрам менән ҡотлайым!
Ҡәҙерле уҡыусылар! Күңелегеҙҙә һис ҡасан да фәндәрҙе өйрәнеүгә, яңы белемгә ынтылыш һүнмәһен. Һеҙҙең өсөн өр-яңы асыштар башлана, һәр көнөгөҙ ҡыҙыҡлы тәьҫораттар менән һуғарыласаҡ.
          Хөрмәтле уҡытыусылар! Бөгөн мәғарифтың үҫеше дөйөм милли әһәмиәткә эйә. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән йәштәргә һәм үҫмерҙәргә тәрбиә, белем биреү эшендә уңыш ҡаҙанаһығыҙ. Яңы уҡыу йылы — ошо мөһим һәм яуаплы эштең сираттағы этабы.
          Ҡәҙерле дуҫтар! Белем көнө менән һеҙҙе! Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!
          Ихтирам менән район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х. Айытҡолова